Предыдущая публикация
Ҡара башҡорт тиҙәр мине,
Эйе, тәнем ҡара,
(Бына эсең ҡара тиеп,
Һин әйтеп ҡара!)
Беҙ — ҡарабыҙ, береккәнбеҙ
Сөнки еребеҙгә,
Ҡара тупраҡ төҫө һеңгән
Ике күҙебеҙгә.
Һары, ағы, ҡыҙылдары —
Барыһы ла тиңдәш!
(Тик уйҙары яҡшы булһын,
Изге эштә иңдәш!)
Алсаҡ йөҙлө, киң күңелле,
Ҡунаҡсыл да халҡым,
Ғәмһеҙ кеүек күренһә лә,
Эсе тулы ялҡын!
Ә телебеҙ үҙе йомшаҡ,
Үҙе үткер ҡырлы,
Шуға халҡым кинәйәле,
Тәрән моңло йырлы.
Вазифаһы артыҡ етди —
Быны белә башҡорт —
Уға өмөт менән баға
Сал Уралым — таш йорт!
Ҡунаҡ булһаң — тыйнаҡ бул, ти,
Ҡунаҡтарға — түрҙән!
Арҡа ҡуйыр микән башҡорт
Ҡамсы яуһа үрҙән?
Гөлкәй Муллабаева.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 12