Свернуть поиск
Фильтр
Иҫке Собханғолда Еңеү көнөнә арналған саралар үтте
Байрам парадынан һуң, Иҫке Собханғол мәктәбе алдында тантаналы митинг үтте. Унда район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин халыҡты Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы. Килгән ҡунаҡтар, ойошма етәкселәре, уҡыусылар, төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар ҡаһарман яу ҡорбандары, яугирҙар хөрмәтенә, Тыуған ил өсөн бөтә көсөн һалып, яҡты киләсәк өсөн билдәләп бөтмәҫлек хеҙмәт күрһәткән һәм әлеге ваҡытта яҡты донъяла булмаған тыл ветерандары һәм һуғыш йылы балалары иҫтәлегенә веноктар, сәскәләр һалды, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Показать еще
Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр
Иртәгә, 10 апрелдә, республикала болотло һауа торошо, урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 17-22 метр. Төндә +3°+8°, төньяҡта -2°, көндөҙ +5 ° +10°. Юлдарҙа ямғырҙа күреү мөмкинлеге - 1-2 саҡрым. Шәмбе,11 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +7,+12°, көньяҡта +17°-ҡа тиклем. Водителдәргә кәңәштәр: тиҙлекте кәметегеҙ, дистанция һаҡлағыҙ, гаджеттарға әүрәмәгеҙ. Ямғыр һәм томан ваҡытында киҫкен маневрҙарҙан һәм уҙып китеүҙәрҙән тыйылығыҙ. Иҫке ағастар һәм көсһөҙ конструкциялар аҫтында туҡталмағыҙ. Ҡайышығыҙҙы элегеҙ. Йәйәүлеләргә: төҙөлөп бөтмәгән биналарҙан, реклама щиттарынан һәм туҡталыштарҙан алыҫ тороғоҙ – ел уларҙы емереүе бар. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Беҙҙе уҡығыҙ: 🇷🇺 МАХ 📱 ВК
Показать еще
- Класс
Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында яулаған ҙур уңыштары хаҡында һөйләне
Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында Башҡортостан исеменән 8 бала сығыш яһаған. Өфөнән өс ҡыҙ: Рилана Кәримова (2-се «Смарт» полилингваль гимназияһы), Ғәлиә Авальбаева (106-сы «Содружество» лицейы) һәм София Салангина (93-сө физика-математика лицейы) призер булды. Былтыр София климат үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған халыҡ-ара олимпиаданың (IOCE) триумфаторы булған ине. Уҡыусыларыбыҙ Татарстанда йәмғиәтте өйрәнеү буйынса йомғаҡлау этабында ла бик шәп сығыш яһаны. Бында Рената Жданова (155-се лицей, Өфө), Мария Ворсина (7-се мәктәп, Өфө), Мария Калеева (3-сө гимназия, Өфө), Аделина Дәүләтбаева (3-сө гимназия, Өфө) һәм Эмилия Сәлимйәнова (6-сы мәктәп, Туймазы) призерҙар булды. -Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса олимпиадаға уҡыусылар беҙҙең "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең “Аврора.Үҫеш" проекты сиктәрендә әҙерләнде. Балалар менән УУНиТ Хоҡуҡ институтының гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты Олеся Гимадрисламова етәкселегендәге трен
Показать еще
- Класс
Ауырыу сәбәпле отпускыны күсереү ҡағиҙәләре тураһында аңлатыуҙы дауам итәбеҙ
: Әгәр хеҙмәткәр отпускы мәлендә ауырыған баланы ҡарау өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре алған икән — отпускыны оҙайтмайҙар һәм күсермәйҙәр, тап килгән көндәр өсөн ярҙам түләнмәй. Эш биреүсе менән отпускы тамамланмаҫ элек эшкә сығыу тураһында ғына һөйләшеп килешергә мөмкин. Был осраҡта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса эшкә сыҡҡан көндән алып түләй башлайҙар. Эш хаҡы һаҡланмаған отпуск осоронда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр юҡ, ә отпускыны оҙайтып йәки күсереп булмай. Уҡыуға ял алғанда ла — ҡағиҙәләр шул уҡ. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләнмәй һәм отпуск оҙайтылмай. Әммә хеҙмәткәр уҡыу отпускыһы тамамланғандан һуң да ауырыуын дауам итһә, түләүҙәр ул эшкә сығырға тейеш булған көндән алып тәғәйенләнә. Артабан эштән китеү шарты менән отпускы алған осраҡта, эштән бушатылыу көнө үҙгәрмәй — отпускының һуңғы көнө иҫәпләнә. Уны оҙайтып булмай. Шул уҡ ваҡытта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре өсөн түләнәсәк, эштән киткәндән һуң 30 көн дауамында. #Аңла
Показать еще
- Класс
🚗 Билдәләнгәндән шәберәк йөрөйһөгөҙмө? Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы менән бергә 2026 йылда ҡаралған штрафтарҙы өйрәнәбеҙ
Тиҙлекте арттырған өсөн штраф күләме ике шартҡа бәйле – тиҙлекте күпмегә арттырғанһығыҙ һәм һуңғы йылда һеҙҙең тарафтан быға оҡшаш ҡағиҙә боҙоу теркәлгәнме. Санкцияларҙы регламентлаусы төп документ – РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9-сы статьяһы. Экономияларға теләһәгеҙ, штрафты 30 көн эсендә түләгеҙ – 25% ташлама бирелә. Әммә был бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланылмай. Айырым тикшерәйек: 1️⃣ Тиҙлекте 20-40 км/сәғ арттырған осраҡта – штраф күләме 750 һум. Ҡабат тотолғанда – шул уҡ. 2️⃣ Тиҙлекте 40-60 км/сәғ арттырғанда – тәүге тапҡыр штраф 1500-2250 һум. Ҡабаттан – 3000-3750 һум (инспектор туҡтатһа) йәки 3000 һум (камера теркәһә). Ташлама юҡ. 3️⃣ Тиҙлекте 60-80 км/сәғ арттырғанда – 4-6 айға праванан мәхрүм итеү йәки 3000-3750 һум штраф ҡаралған. Ҡағиҙәне ҡабат боҙғанда транспорт йөрөтөү хоҡуғынан 1 йылға мәхрүм итеү (инспектор туҡтатһа) йәки 7500 һум штраф (камера теркәгәндә) ҡаралған. Ташлама юҡ. 4️⃣ Тиҙлекте 80 км/сәғ күберәк арттырғанда – 7500 һум штраф йәки 6
Показать еще
- Класс
💡 Күп балалы ғаиләләргә электр энергияһы өсөн минималь тариф буйынса нисек түләргә — аңлатманы Башҡортостан Республикаһының Энергия һатыу
компанияһында бирҙеләр. Электр энергияһына тариф бер ай эсендә күпме аҡса сарыф итеүегеҙгә бәйле. Ҡулланыуҙың өс диапазоны бар: 1️⃣ 3,900 кВт•сәғ тиклем иң түбән тариф; 2️⃣ 3,901-ҙән 6,000 кВт•сәғ тиклем тариф юғарыраҡ; 3️⃣ 6,000 кВт•сәғ күберәк — иң юғары тариф. Күп балалы ғаиләләр иң түбән тариф буйынса түләй ала (беренсе диапазон), хатта 3,900 кВт•сәғ артыҡ тотонолһа ла. Әммә бының өсөн ғариза бирергә кәрәк: Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ: күп балалы ғаилә таныҡлығы һәм социаль яҡлау ойошмаһынан белешмә; балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡ күсермәләре; өлкән баланың (18-23 йәш) көндөҙ уҡыуы тураһында белешмә (әгәр был актуаль булһа); торлаҡҡа документтар (ЕГРН-дан яҙма, һатып алыу — һатыу килешеүе һәм башҡалар) йәки теркәлеүҙе раҫлау (мәҫәлән, теркәлеү тураһында билдә менән паспорттың күсермәһе). Нисек ғариза бирергә: – онлайн-офис аша – «Башҡортостан Республикаһының Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Минең түләүҙәрем» клиент офистарында Офистарҙ
Показать еще
- Класс
Милли проекттар — беҙҙе уратып алған тирә-яҡ
Күперҙәр, мәктәптәр, баҡсалар. Асылда, Рәсәйҙе киләһе йылдарҙа үҫтереүҙең төп пландары. Бурыстар һәр кемгә аңлайышлы: медицинаны арзаныраҡ, белем биреүҙе сифатлыраҡ, ҡалаларҙы уңайлыраҡ, иҡтисадты көслөрәк итеү. Барыһы ла кешеләрҙең тормошо яҡшырһын өсөн башҡарыла. Бөгөн ниндәй милли проекттар эшләй: "Йәштәр һәм балалар", "Ғаилә", "Кадрҙар", "Оҙайлы һәм әүҙем тормош", "Йәшәү өсөн инфраструктура", "Экологик именлек", "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ", "Йыһан эшмәкәрлеген үҫтереү" һәм башҡалар. Милли проекттар ярҙамында яңы мәктәптәр һәм дауаханалар төҙөлә, парктар һәм ихаталар төҙөкләндерелә, юлдар яңыртыла, эшҡыуарҙар ярҙам ала һәм башҡалар. Мәҫәлән, Сибайҙа "Ғаилә" милли проекты буйынса балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге асыла. Ҡала мәҙәниәт йорто нигеҙендә ижад, уйын һәм үҫеш өсөн киңлек булдырыласаҡ. Октябрьскийҙа "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса музыка колледжы биләмәһен төҙөкләндерәсәктәр. Төбәктә милли проекттарҙың һуңғы яңылыҡтары сайтында. Ә бында — милли проекттарҙың
Показать еще
- Класс
загрузка
Показать ещёНапишите, что Вы ищете, и мы постараемся это найти!
Правая колонка