Фильтр

Подпишитесь на новую группу в ВК и будьте в курсе!!!

  • Класс
11-се декабрь "Урал" физкультура сәләмәтләндереү комплексында, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр барышында һәләк булған яҡташыбыҙ Денис Ырыҫҡолов иҫтәлегенә волейбол ярыштары үтте.
Еңеүсе командаларҙың һөҙөмтәләре:
1-се урында – Белорет МЧС-ы командаһы,
2-се урында – Иҫке Собханғол "Фурҡан" командаһы,
3-сө урында - Иҫке Собханғол “ Факел” командаһы;
Мәктәптәр араһында еңеүсе командалар:
1-се урын– Ғәлиәкбәр мәктәбе командаһы, 2-се урын- Иҫке Собханғол мәктәбе командаһы,
3-сө урын– Ғәҙелгәрәй мәктәбе командаһы.
#волейбол
"Таң" гәзите фотолары
ШАР ҺУҒЫУ - УЙЫН ЭШ ТҮГЕЛ! 🥇🥈🥉🏆
Бильярд уйыны буйынса район хакимиәте кубогына ярышҡа күп ваҡыт ҡалманы. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың шар төртөү оҫталары күнекмә өсөн "Урал" физкультура-сәләмәтләндереү комплексына йыйылып көстәрен һынап ҡараны.
Оҙон көн буйы барған ярышта йәмғеһе 12 кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, беренсе урынға хаҡлы рәүештә Сәлимйән Ғәлин сыҡһа, 2-3-сө урындарҙы Фуат Баймырҙин менән Рәиф Латыповтар бүлеште.
Спорт уйынының был төрө районыбыҙҙа нығынып бара икән, район хакимиәте кубогына үткәреләсәк турнирҙа һәр ауылдан да әүҙем ҡатнашырҙар тигән өмөт бар!🥇🥈🥉🏆
Таң газите
https://vk.com/wall-13580677_53504
Уважаемые любители бильярда!
10 декабря в 10.00 в АУ ФОК "Урал" состоятся соревнования по бирьярду. Приглашаем всех желающих участвовать в соревнованиях.
ИНВАЛИДТАР - ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ
Йылдың бер көнөндә – Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә генә түгел, 365 көндә лә һәммәбеҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейешле физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн бөгөн “Урал” ФОК-ында ысын мәғәнәһендә ҙур байрам ойошторолдо. Уларҙы район инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Ғәзиз Ишкинин ҡотланы.
Инвалидтар район мәҙәниәт һарайы артистары Дилә Сәғәҙиева, Айгүзәл Уразаева, Гүзәл Фәйзуллина, Артур Һатыбаловтарҙың моңло йырҙарын тыңлап кинәнһә, Рәфис Мөстәхетдиновтың дәртле ҡурай моңдарын ишетеп күңелдәренә дәрт алды. “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы ҡыҙҙары иһә физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн мауыҡтырғыс уйындар ойоштороп, һәр береһенә бүләктәр таратты.
Танылған шағир
Показать ещё