Свернуть поиск
- Һылыуҙығына ҡыҙығып, ҡата башындай бисә алғас... Итен күр ҙә һурпаһынан төңөл, тигәндәй, унан ниндәй бала өмөт итмәк кәрәк...- Ҡәйнәһе Хәшиә әбей яйы сыҡҡан һайын семетеп кенә торҙо. Мунсалай ғына туҡалаҡ өйөнә төшкән бай киленен кейәүгә сыға алмай ул ултырып ҡала яҙған ҡарт ҡыҙҙан да кәм күрмәне. Үҙе йәштәрҙе аулаҡ ҡалдырыу тураһында уйлап та ҡараманы, шикелле.
https://ejansura.ru/news/ataisal/2026-09-20/tk-n-d-mer-al-an-h-ter-4815722
0 комментариев
3 класса
Вәзирә был һүҙҙәрҙе ишеткәс үлер сиккә етте. Әсәйгә шулайтып әйтеп буламы ни?
Әйбере күп түгел ине. Тиҙ генә йыйҙы. Кейәүе автовокзалға илтеп ҡуйҙы. Ҡыҙы аш бүлмәһенән дә сыҡманы, әллә күҙ йәштәрен күрһәтергә теләмәне. Ә Айгөл өләсәһе менән тышҡа сығырға теләп, артынан эйәреп йөрөнө.
https://ejansura.ru/articles/tormosh-aba-y/2022-03-12/s-y-bash-a-k-r-km-y-e-2723167
0 комментариев
3 класса
Наргизә тыңлаусан ғына юрған аҫтына сумды. Ғәзиз уның табанын, балтырҙарын спирт менән ыуҙы. Шул арала йөрәге алҡымына килде лә терәлде. Ниндәйҙер гонаһлы эске хәсиәте сикәһенә сиртергә тотондо. Һылыу кәүҙәне ҡосаҡлап йылытҡыһы, үҙенең йылы күкрәгенә ҡыҫҡыһы килеүен шәйләп, үҙен шелтәләп ҡуйҙы: “Гонаһлы булып ҡуй, йәме! Ахмаҡ!”
– Рәхмәт, Ғәзиз ағай, йылынып барам.
Ғәзиз үҙен саҡ тыйып ҡалды. Бала ғына бит әле. Аллам һаҡлаһын!
– Йоҡла, улайһа. Иртәнсәк юл һарҡығас ҡайтырбыҙ.
Ғәзиз төнө буйы йоҡламаны. Шым ғына ҡыҙыҡай янына барып, уға текләп торҙо. Төштән һуң ғына тотош урманды шомландырып, ергә боҙ борсаҡтары түгеп дыу килеп алған күк аяҙыны. Ҡыҙыҡайҙың йөҙө ай яҡтыһында алтынһыу төҫтә. Ирен
0 комментариев
4 класса
– Минең дә йөрәгем һыҙлай... Ныҡ һыҙлай... Һин мине ғәфү ит инде, ҡыҙым! Барыһы өсөн дә ғәфү ит...
– Нимәгә улай тейһең, атай? Атайҙар ғәфү үтенәлер шул! Ниндәй эш боҙҙоң?
– Боҙҙом шул, балаҡайым! Тик... Әле әйтә, аңлата алмайым. Ҙурайғас, аңларһың һәм ғәфү итерһең... Ә хәҙер йоҡла.
– Атай көндәгесә мине урыныма ятҡыра, матур ғына итеп юрғанымды рәтләп, ситтәрен ҡыҫтыра. Сәсемдән һыйпағас, битемдән үпәс итә лә: «Тыныс йоҡо, ҡыҙым!» – ти. Бөгөн уның тауыш икенсе. Шат түгел. Тыныс түгел. Уның тауышының шылтырап ҡойолоп китерҙәй булып бәүелеп торғанын әллә ҡайһы ерем менән һиҙәм. «Шатлыҡ түгел, бәлә, бәлә...» – тигән уй менән күҙемде йомам һәм бушлыҡҡа осам.
Иртәнсәк күҙемде асыуға уҡ өйҙәге үҙгәреште һиҙәм: өй буш, һыуыҡ төҫлө. Торбаларға ҡулымды тейҙерәм, эҫе! Бөтә нәмә урынында, тик бәләкәй шкаф башында ғүмер буйы ултырған гармундың урыны буш икәнен шәйләйем. Йүгереп барып, кейем шкафын асам – атайҙың тартмаһы... Ишек төбөндәге шифоньерҙы ла ҡуймайым – унда ла яртылаш буш...
– Нимә эҙләнәһең таң менән? – Әсәйемдең тауышы ла бүтән.
– Эҙләмәйем! – Юрамал шаптырлатып оҙаҡ итеп йыуынам да, кухняға сығам. Әсәйҙең күҙҙәренең ҡыҙарып, шешмәкләнеп тороуын да абайлайым. Өндәшмәйем, йә илап ебәрер, йә таҫтамалы менән елкәгә ҡундырыр. Шулай ҙа сынаяҡ бушап барғанда ысҡынды бит әй баяғы һүҙ телдән:
– Атай сәпсимгә киттеме?
Әсәйемдең ҡулынан сынаяғы чүт төшөп китмәне.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-09-09/be-al-yu-ary-yna-hik-y-3425933
0 комментариев
3 класса
🇷🇺Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Ейәнсура районындағы бөтә 50 һайлау участкаһы ла үҙ ишектәрен асты - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды. Ул өс көн дауам итәсәк.
✅1922-се Байдәүләт һайлау участкаһы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндары аҫтында асылды. Комиссия ағзалары эшкә күтәренке кәйеф менән тотондо. Участокка тәүгеләрҙән булып ауыл старостаһы Руслан Мәҡсүтов тормош иптәше Наилә апай менән килде. Улар артынса Зиннур Мырҙабаев гражданлыҡ хоҡуғы менән ҡулланды. "Донъялар тынысланһын, илебеҙгә тиҙерәк именлек килһен", - тигән теләктәр менән тауыш бирҙе Зиннур ағай.
👍🏻Күптән түгел 18 йәшен тултырған, әле әрме хеҙмәтенә саҡырыу көткән Айтуған Бикйәнов һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Уға иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙылар. Кескәй Миләүшә лә балалар баҡсаһына юлланғанда әсәһе менән инеп, һайлашып сыҡты. Ғөмүмән, байдәүләттәр бик әүҙем икән, һайлауҙың тәүге ярты сәғәтендә ете кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Ә бөтәһе тауыш биреүселәр - 148.
https://ejansura.ru/news/hailau/2026-09-18/aylau-ar-y-t-ge-k-n-bashlandy-4816948
0 комментариев
2 класса
✅Башҡорт Үргене ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1942-се участка һайлау участкаһында ла тауыш биреүҙә әүҙемлек күҙәтелә. Тәүге сәғәттәрҙә Үрген урта мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре тотош коллектив менән килһә, күп балалы Айҙар һәм Таңһылыу Янбаевтар ҙа ғаилә менән килгәйне.
👍🏻Әйткәндәй, тауыш биреүселәр "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашыу хоҡуғы ла алды.
🍂Ә мәктәп янында көҙгө йәрминкә гөрләй!
#БашВыбор2026
https://ejansura.ru/news/hailau/2026-09-18/aylau-uchastka-yna-berg-l-p-4817030
1 комментарий
12 классов
"Хәҙер нишләйһең инде, – ти. – Попуткаға сыҡһаң, хәҙер үҙеңде берәй ерҙә көсләп, урман буйына ырғытып китәсәктәр". Мин әлбиттә, кеше тигән хайуандың ни дәрәжәлә түбән була алыуы менән осрашҡаным юҡ, әммә телевизор ҡарап, гәзит уҡып бындай хәлдәрҙең булып тороуон бик яҡшы беләм. Асығыуҙан, арыуҙан шул тиклем миңрәүләнгәнмен, әлеге хәлемдән тағы ла ҡот осҡосораҡ, тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәл-ваҡиғалар була алыу мөмкинлеген мейем бөтөнләй ҡабул итә алмай. Аңра кеше кеүек, ҡартты йөпләйем. "Эйе шул". "Әйҙә миңә, – ти "яңы таныш", – мин, әлбиттә, инде булдыра алырлыҡ йәштә түгелмен, тотоп ҡына ҡарай алам, ҡурҡма"
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-17/arty-bik-4816196
0 комментариев
4 класса
13:34
2 комментария
39 раз поделились
31 класс
- Класс
00:50
загрузка
Показать ещёДополнительная колонка
О группе
- 8-34785-2-15-26
- ул. Советская, 9, с. Исянгулово (Зианчуринский район)
Фото из альбомов
Ссылки на группу
2.9K участников
1.3K участников
193 участника
Правая колонка