Баш ҡалабыҙҙың төрлө учреждениеларында үткән сараларҙа ҡатнашыусылар, туған телебеҙҙән диктант яҙыусылар бер ҡорға тупланды тиергә була - "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдындағы майҙанға төп байрамға йыйылды. Бында йырсылар, бейеүселәр, мода күрһәтеүселәрҙең сығыштарынан торған йәнле тамаша бара.
✨Майҙанда йәйелдерелгән һатыу-күргәҙмәлә милли кейем элементтарын, биҙәүестәр һатып алырға була. Тамашасылар ихласлап йыр-моң тыңлай, бейеп тә китә. Ысын мәғәнәһендә халыҡтар татыулығы, уларҙың бай мәҙәни мираҫы өлгөһө булған Милли кейем көнө Өфөлә йәшәүселәрҙе, ошо байрамды күрер өсөн баш ҡалаға килгән ҡунаҡтарҙы бер тулҡынға көйләй, халҡы менән ғорурланыу тойғоһо тыуҙыра.
Рәүилә Ғатауллина.
Автор видеолары.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев