Йәш саҡ – дәртле саҡ. Энергия ташып тора, беләктәрҙә тауҙар атҡарырлыҡ көс тойола. Уларҙы ни бары күрергә, ишетергә, йүнәлеш бирергә һәм кәрәк ерҙә ярҙам итеп ебәререү генә зарур. Быны республика етәкселеге бик яҡшы аңлай һәм йәштәргә үҙенең иңен ҡуя.
“Йәштәр менән эшләү – беҙҙең өсөн төп бурыс. Беҙ ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ. Беҙҙән һуң йәштәр киләсәк. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позицияла булырға тейеш,” – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Был эштең бер дәлиле - күптән түгел республика йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ барлыҡҡа килеүе. Тимәк, уларҙың проблемалары тәрәнерәк өйрәнелә һәм ярҙам да маҡсатлыраҡ буласаҡ. Ниндәй һуң ул беҙҙең йәштәр һәм улар өсөн республика нимәләр эшләнә? Тулыһынса сайтта уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-09-17/i-i-d-ren-uyyr-a-er-r-4391423
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев