Был хаҡтағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
🛡️ Тыйыуҙың сәбәбе — именлекте һаҡлау. Асыҡ сығанаҡтарҙағы видео һәм фотолар буйынса дошмандар уҙған һөжүмдәрҙең һөҙөмтәләрен анализлай, хәрби объекттарҙың урынын һәм хәрәкәтен күҙәтә, шуларға нигеҙләнеп киләһе һөжүмдәргә әҙерләнә ала.
* Шәхси сәхифәләр, мессенджерҙар аша таратыу өсөн штраф: 3 000 – 5 000 һум
* Киң мәғлүмәт саралары һәм блогерҙарға: 100 000 – 500 000 һум
⚠️Тыйыу әле үҙ көсөндә булған әҙерлек режимы менән бәйле һәм уның менән бергә ғәмәлдән сыға.
🔇Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған аҙнала Өфө заводтарының береһенә пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм итте. Ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә предприятие милегенә етди зыян килмәне, ул штатлы режимда эшләүен дауам итә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев