Республикала “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы үҙ эшен дауам итә. Әлеге ваҡытта онлайн-әңгәмәне уңышлы үткән кешеләр араһынан киләһе этапҡа 70 финалист һайланды. Улар квалификацияһын үҙгәртә һәм остаз ала аласаҡ. Был кешеләр өсөн уҡыу башланды.
Белем биреү программаһы һәр яҡлап уйланылған. Яугирҙәр һәм ветерандар идара итеүҙә һәм эшҡыуарлыҡта ғына түгел, ә тәрән компетенцияларҙа ла белем аласаҡ. Командала эшләргә һәм шәхес булараҡ үҫергә өйрәнә.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, “Башҡортостан геройҙары” проекты киләсәктә лә үҫешәсәк, яңы ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһына яңы һайлап алыу үткәреләсәк.
Проекттың маҡсаты — илгә тоғролоғон иҫбатлағандарға ярҙам итеү, уларға лидер булырға, өҫтәмә идара итеү белеме алырға ярҙам итеү. Яугирҙәр араһында йәш кадрҙар күп. Уларҙы тәрбиәләргә, өйрәтергә кәрәк.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев