Махсус хәрби операция барған биләмәлә халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа һәм ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа врачтарҙың эшмәкәрлеге айырыуса әһәмиәтле. Ул юғары һөнәрилек, хәрби шарттарҙа тиҙлек, теүәллек һәм стреслы хәлдәрҙә эшләй белеүҙе талап итә. Республика кардиология үҙәге врачы Юлиә Рәхмәтуллина былтыр ғинуар айында яу барған биләмәлә командировкала булып, алты ай дауамында Гиппократ антына тоғро булып, эшләп ҡайтты.
“Луганск Халыҡ Республикаһындағы тораҡ пункттарҙа урындағы халыҡҡа, яугирҙәргә медицина ярҙам күрһәттек. Ерле халыҡ Башҡортостандың аҡ халатлыларына ныҡ рәхмәтле”, – ти ул.
Сығышы менән Көйөргәҙе районы Ҡансыра ауылынан булған яҡташыбыҙ Күмертау ҡалаһында Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында, юғары кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Башҡорт дәүләт медицина университетын алтын миҙалға тамамлағандан һуң интернатура, аҙаҡ функциональ диагностика буйынса ординатура үтә.
33 йәшлек һылыуҙың ҡарарын ата-әсәйҙәре башта хәүефләнеп ҡабул иткән, аҙаҡ тынысланған. “Яу үткәндән ерҙәр, айырып әйткәндә, Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһе төҙөкләндерелә, юлдар һалына, банкоматтар эшләй, тормош ҡәҙимгесә ҡайнай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда барып ҡайтҡандан һуң тыуған яғыбыҙҙың ниндәй гүзәл икәнен, уңайлы шарттарҙа, бәхетле тормош менән йәшәүебеҙҙе аңланым”, – ти Юлиә Зинур ҡыҙы.
Юлиә Рәхмәтуллина һаулыҡ һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн Лука Крымский миҙалына лайыҡ булды. Награданы май байрамдары алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Юлиә Зинур ҡыҙын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм уның изге хеҙмәтендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Автор: Әҡлимә ИМАМОВА.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев