Мораҙымдан ҡайнар сәләм! Әлфиә Моратшина. Бөрйән районы Мораҙым ауылы.
Иң оҙон сәсле ҡыҙ Рәсәйҙә 6 йәшлек ҡыҙҙар араһында иң оҙон сәсле ҡыҙ - Лола Соловьева. Сәс оҙонлоғо - 119 см. Кемдең сәсе оҙонораҡ?
Мәктәп мажаралары Ата-әсәләр йы­йылы­шына китеп барған әсәһен улы туҡтата: – Иң мөһиме, әсәй, һин ун­да ишет­кән хәбәрҙәргә бер үк ышан­ма, йәме!
Мөғжизә бар ул! Булыр-булмаҫ хәл Дәрестәр бөткәс, Алһыу юл ыңғайындағы лотереялар салонына һуғылды. Һатыусыға 50 һум һондо. Әллә ни әһәмиәт бирмәй генә лотерея билетының береһен һайлап алды. Ситкәрәк китеп, 1 һумлыҡ тимер аҡса менән ҡағыҙҙың өҫкө ҡатламын, арттан алға ҡарай, юя башланы. Гел нолдәр торғас: “Был юлы ла бәхет йылмайманы...” — тип, көйәләнә башлағайны ла, тәүге һандың 1 икәнен күргәс, саҡ иҫен юғалтманы! Урррааа! Йөҙ миллион! Ысынмы-бушмы был!
Яҙғы сәскәләр Айгүзәл Хәмитова. Бөрйән районы Һарғая ауылы.    
"Мәңгелек ут" әүәләп, яуҙа ҡалған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдыҡ, фотоһүрәттәрен ҡараныҡ "Мәңгелек ут" әүәләп, яуҙа ҡалған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алдыҡ, фотоһүрәттәрен ҡараныҡ. Бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын. Донъялар имен, күк йөҙө аяҙ булһындар, ағай, атай, олатайҙар тыуып үҫкән ерендә, ғаиләләре менән бергә, балаларҙың шат көлөүҙәре һәр саҡ ишетелеп торһон! Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһы кескәйҙәре. Тәрбиәсе Исҡужина Айгөл Сәйетәхмәт ҡыҙы.
Хәйерле кис! Нурсилә Хәмитова. Бөрйән районы Һарғая ауылы.    
Башҡорт ҡыҙы Фотола - Элиза Сөләймәнова. Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы.
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының VII Граждандар форумы старт алды Ул традицион рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, власть һәм йәмғиәт араһында конструктив диалог өсөн майҙансыҡ буласаҡ.
Еңеүсе бүләген алды "Ҡоштарға - тағараҡтар" конкурсы еңеүсеһе Сибай ҡалаһынан Марат Йомағолов бүләген алды. "Аманат" журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин Сибайға барып Маратҡа бүләген тапшырҙы.
Показать ещё