Ожмах — әсәләрҙең аяҡ аҫтында, Бәхет — әсәң иҫән булыуҙа. Әсәйеңдең һөйөнөстән генә Күҙҙәренә йәше тулыуҙа. Ғүмер биргән әсәң, наҙлап ҡына Балам тиеп сәсең һыйпаһа, Күҙҙәреңә ҡарап, уйҙарыңа Риза булып ихлас йылмайһа— Шул бит ожмах. Йөрәгенә әсә Бар ғаләмдең нурын йыйнаған. Һеҙгә генә үҙен бағышлаған, Күңел наҙын һеҙгә төйнәгән. Һеҙҙең уңыш— уға йәшәү көсө, Һеҙҙең ҡайғы— йөрәк һағышы. Йәнәш һулап, йәшәү мәғәнәһен Һеҙҙә генә уның табышы. Тыныс булһын әсә күңелдәре, Нурҙар ҡунһын әсә йөҙөнә, Именлектә уҙһын һәр бер көнө, Йырҙар тулһын күңел түренә. Н.Хәмбәлиева
17 октябрь - атайҙар көнө билдәләнә. Барлыҡ атайҙарҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Уларға һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Балаларының яратҡан, хөрмәтле атаһы, тоғро тормош иптәше, ышаныслы ғаилә башлығы, ил терәге, абруйлы ир-егет булһындар! Атай! Шундай матур яңғырай! Был исем эсенә изгелек, тоғролоҡ, дөрөҫлөк, көс-ғәйрәт һыйған, һәм, әлбиттә, был исемдә ҡатынына, балаларына мөхәббәт тә бар. Һәр бер атай ошо һүҙҙәрҙе ишетеп, үҙенең ғаиләгә, балаға шул тиклем кәрәк булыуын, уларға терәк, өлгө булыуын аңлаһа ине. Юҡҡа ғына халыҡта «Атайлы бала – арҡалы», тип әйтмәгәндәр бит. Хөрмәтлҽ атайҙар балаларҙың ышаныслы тҽрәгҽ булығыҙ,пар ҡанаттар ҡуша ҽлпҽгәндә гҽнә к
Ауылыбыҙҙың оло кешеләрен ысын күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ!🥰🎀🎉🎈 Иҫән-һау булығыҙ, ауырымағыҙ🎊
Показать ещё